– Ошондай ауыр ваҡыттарҙа һәр кемдең популярлығы ла һынау үтә. Президенттың ике тапҡыр мөрәжәт йомғағынан һуң, уны беҙ тикшереү үтте, тип әйтә алабыҙ. Ни өсөн абруйы күтәрелдеме? Cөнки кешеләр уның ҡайҙалыр уңайлы урынында ғына ултырмай, ысынлап та, килеп тыуған хәл менән идара итеүсе сәйәсмән икәнен күрҙе, – тине ул.
Генераль директор Рәсәй Президенты Владимир Путинды иң популяр сәйәсмән һәм илдәге иң популяр кеше тип тә атаны. Һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, был юлы халыҡтың 74 проценты уға ышаныс белдерһә, 72 проценты ил етәксеһенең эшмәкәрлеген хуплаған.