Беҙҙең республика "Берҙәм Рәсәй" партияһының Рәсәй Хөкүмәте һәм Стратегик инициативалар агентлығы менән берлектәге "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" проектына ҡушылды. Башҡортостанда техник ҡоролмалар етешмәүе күҙәтелә. Бигерәк тә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә. Шуға ла республика халҡына, эре предприятиеларға, юғары уҡыу йорттарына, колледждарға уларға ярҙам итеү тураһында мөрәжәғәттәр ебәрелгән. Компьютер техника8ы ҡабул итеү пункттары булдырылған, мохтаж ғаиләләр исемлеге һәм наутбуктарҙы, компьютерҙарҙы тапшырыу буйынса сират төҙөлгән.