Башҡортостанда 18 апрелгә ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса тағы ла 39 яңы коронавирус менән ауырыу осрағы теркәлгән. Кисә 22 кешелә был вирус барлығы асыҡланғайны. Шулай итеп, хәҙер республикала бөтәһе 252 кешелә COVID-19 бар.
Рәсәй буйынса һуңғы тәүлектә тағы 4 мең 785 кешелә коронавирус табылған. 467-һе һауығып сыҡҡан. 40-ының ғүмере өҙөлгән. Ил буйынса барлығы - 36 мең 793 сирле. COVID-19 Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә барып етте. Дауаланып сығыусылар - 3 мең 57, үлем осраҡтары барлығы- 313.
Донъяла соронавирус йоҡторған кешеләр һаны 2 миллион 200 меңдән артып киткән. 568 мең 57-һе һауыҡҡан, 154 меңдән ашыуы вафат булған.