Шуға ла «Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» тигән акция программаһын булдырғайны. Аллаға шөкөр, техника йыйыла, изге күңелле кешеләр етерлек. Гаджеттарға мохтаж уҡыусылар исемлеген район һәм ҡалаларҙың мәғариф идаралыҡтары төҙөй. Иң тәүҙә сығарылыш синыфы уҡыусыларына тапшырыласаҡ. Кемдәрҙең ғаиләһендә бер нисә уҡыусы, кемдәргә компьютер етешмәй, мәғариф идаралыҡтарына мөрөжөғөт итергә кәрәк.