Был турала, моғайын, бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус буйынса үткәрәсәк кәңәшмәлә билдәле булыр. Видеоконференция режимында үтәсәк сарала бөтә төбәктәрҙең дә етәкселәре ҡатнашырға тейеш. Ә унан алда, Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 5-тә, Президент халыҡҡа сираттағы мөрәжәғәте менән сығыш яһаясаҡ.