+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 17:51

Белорет ҡалаһына абруйлы исем бирелде

Белорет ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта бүлешә.

Әйткәндәй, ҡалаларға бындай исем Ватан алдында ҙур ҡаҙаныштары, халыҡтың Икенсе донъя һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күмәкләп күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн бирелә.
Был исемде алыу өсөн документтар йыйырға Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы тәҡдим иткән, уларҙы республиканың тау-металлургия профсоюзы, ҡала һәм район советы, хакимиәте, Белореттың почётлы граждандары һәм ҡала тарихына вайымһыҙ булмағандар хуплаған.
Читайте нас: