Үҙизоляция режимын ҡәтғи үтәргә кәрәк, тип иҫкәртә улар. Туғандар, дуҫтар менән осрашыуҙан тыйыла торорға; өйөңә лә ҡунаҡ саҡырмаҫҡа; күмәкләп тәбиғәткә сыҡмаҫҡа; 60 йәштән өлкәнерәк, хроник сирле, ауырыу билдәләре булған кешеләргә һаҡ булырға; байрам менән телефон аша ғына ҡотларға. Ошо көндәрҙә лә үҙизоляция шарттарын үтәһәк, тыйыуҙарҙан да тиҙерәк сыға башларбыҙ.