Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, акцияны тәүгеләрҙән булып Стәрлетамаҡ урмансылығы ҡабул иткән. Ундағы Белогорск участка урмансылығында 2,1 гектар майҙанда барлығы һигеҙ меңдән ашыу ҡарағай һәм дадар ағасы ултыртылған. Акция бөтә хәүефһеҙлек саралары ҡулланып үткәрелгән. Был изге эштә ирекмәндәр ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашҡан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәләк булған совет яугирҙәре иҫтәлегенә ойошторолған «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы 22 июнгә тиклем барасаҡ. Республикабыҙҙан һуғышҡа 700 меңдән ашыу кеше саҡырылған, шуларҙың 300 меңе яу ҡырында ятып ҡала. Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡаһарман яугирҙәр хөрмәтенә 27 миллион ағас ултыртыласаҡ.