-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2020, 14:00

Сикләүҙәр дауам итәсәк әле

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова шулай ти.

"Коронавирус таралыуының тулыһынса туҡтауы тураһында бер ни ҙә әйтә алмайбыҙ әле, сөнки саралар күрелеүгә, ил сиктәре ябыҡ булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ниндәйҙер аралашыу бар һәм вирус таралыу хәүефе бөтмәй."
Попова шулай уҡ, ҡайһы бер сикләүҙәр был вирусҡа ҡаршы вакцина йәки дарыу уйлап табылғанға тиклем дауам итәсәк, тип белдерҙе. "Беҙ яңыса йәшәргә, вирус булған шарттарҙа йәшәргә өйрәнәсәкбеҙ. Сикләүҙәр бөтөрөлһә лә, өлкән йәштәгеләр, хроник сире булғандар өйҙә ҡалыуын дауам итәсәк. Режим йомшарһын өсөн пандемия ваҡытында индерелгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим", - ти ул.
Читайте нас: