Ил етәксеһе 12 майҙан Рәсәйҙә 6 аҙна буйы дауам иткән эшләмәгән осор тамамланыуын белдерҙе. Әммә сикләүҙәр 65 йәштән өлкән һәм хроник сире булған кешеләр өсөн дауам итә әле. Һәр төбәк үҙендәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, үҙизоляциянан сығыу йәки киреһенсә көсәйтеү юлын иғлан итәсәк.
Президент коронавирус пандемияһы ваҡытында түләүҙәр тураһында ла айырым әйтеп үтте. Улар күбеһенсә балалы ғаиләләргә ҡағыла. Беренсенән, бала ҡараған өсөн әлеге 3 мең 375 һумлыҡ түләү ике тапҡырға арттырыла. Был эшләмәгән йәш әсәйҙәргә ҡағыла. Икенсенән, Әсәлек капиталына сертификаты булмаған 3 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләр апрель, май, июнь айҙарына 5-әр мең аласаҡ.
Тағы бер 10 меңлек бер тапҡыр бирелә торған түләү Рәсәйҙәге 27 миллион балаға ҡағыла. Йәғни 3 йәштән 15 йәшкә (16 йәше тулмаған) тиклемге балаларға 1 июндән 10 мең аҡса түләнәсәк. Был бер тапҡыр бирелә торған түләүгә 12 майҙан Дәүләт хеҙмәте порталы йәки Пенсия фонды бүлектәре аша ғариза бирергә мөмкин, тип белдерҙе Владимир Путин.