12 майҙан Дорога.ру сайты эшләүҙән туҡтай. Йәғни хәҙер автомобилдәрҙе интернетта теркәмәй генә йөрөргә мөмкин. Скверҙарҙа һәм парктарҙа, балалар майҙансыҡтарында булырға рөхсәт ителә. Тик битлек кейеү һәм аралыҡ һаҡлау мотлаҡ булып ҡала әле. Кеше күп йыйылған урындарҙа: магазин, банк, йәмәғәт транспортында, күп профилле үҙәктәрҙә лә был ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Республикала бассейндар, музейҙар, кинотеатрҙар, фитнес-клубтар һәм башҡа кеше күп йыйылған учреждениелар асылмай әле. Бәләкәйерәк магазиндар эшләй башлаясаҡ. Уларҙа санитар- эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Уҡыусыларға көндөҙгө сәғәт 2- нән киске 8-гә тиклем генә урамға сығырға мөмкин, ә 65 йәштән өлкәндәргә - иртәнге 6-нан киске 6-ға тиклем. Бөтә республикала битлек режимы дауам итә.