Әлеге бинала ренгент-диагностика, балалар һәм хирургия бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностика лабораторияһы һәм административ-хужалыҡ бүлмәләре урынлашасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиника бер сменала 250 кешегә йөрөү өсөн иҫәпләнәсәк. Был объектты төҙөү өсөн 400 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Поликлиниканы 2021 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөү күҙаллана.