Матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков белдереүенсә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путин менән яҡындан бер айҙан ашыу элек аралашҡан. Быны ул ил етәксеһенең һаулығы өсөн борсолоусылар өсөн белдерҙе.
Ни өсөн тигәндә, ошо көндәрҙә президенттың матбуғат сәркәтибе коронавирус инфекцияһы йоҡтороуы билдәле булды. Уның ҡатыны Татьяна Навканы ла дауаханаға һалғандар. Унда ла был сир табылған.