+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 08:47

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән кәңәшмәлә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының барышы хаҡында һүҙ алып барылды.

Быйыл был йүнәлеште финанслау 5,6 миллиард һум тәшкил итә. «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын лицензиялау тамамланған, инде хәҙер пациенттарҙың сәләмәтлек торошон диспансер күҙәтеү буйынса эш әүҙемләштереләсәк. Унан тыш, хроник ауырыуҙар менән сирләүселәргә дарыуҙарға оҙайлы ваҡытҡа рецептар яҙыу, дарыуҙарҙы өйгә алып барып биреү буйынса эш тәьмин ителәсәк.
Авария хәлендәге 72 фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, табип амбулаторияларын алыштырыу күҙаллана. Федераль ҡаҙна иҫәбенә 60 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты алынасаҡ, шуларҙың өсәүһе – өҫтәмә һаҡлыҡ менән тотонолған аҡсаға, 15-е – республика ҡаҙнаһы иҫәбенә.
Быйыл «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» проекты сиктәрендә ике төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм өс беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләре медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ. Ә «Яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш» проекты 2 миллиард һумға финанслана. 2020 йылда республика онкология диспансерына төкәтмә төҙөү эштәре тамамланасаҡ, алты медицина ойошмаһын ҡоролмалар менән йыһазландырыу планлаштырыла.



Читайте нас: