Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында талпандарҙың энцефалит һәм боррелийҙар менән зарарланған булыуын тикшереү пункттары бар. Лабораторияларҙың адрестары һәм халыҡ өсөн урманға барғанда шәхси һаҡланыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәтте ошо сайтта http://02.rospotrebnadzor.ru/epidemiologic_situation/viral_encephalitis табырға мөмкин.