Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында «Дортрансстрой» йәмғиәтенең подряд ойошмаһы 1,5 саҡрым биләмәне төҙөкләндергән, был иһә урамдың транспорт менән файҙаланыу торошон күпкә яҡшыртҡан.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектында ете муниципалитет – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары ҡатнаша. Юлдарға асфальт һалыуҙан тыш, республика буйынса 248 юл билдәһе, 1 мең 200 погон метр йәйәүлеләр ҡоймаһы, 23 светофор ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ өс автоматлаштырылған үлсәү контроле пунктын ҡуйыу, фотоға һәм видеоға теркәү камералары һанын 459-ға тиклем арттырыу ҙа күҙаллана.