Балалар баҡсалары ата-әсәләрҙең теләге буйынса көн һайын тиерлек асыла. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа 18 майға 93 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләһә, бөгөн иһә 134-кә еткерелгән. Атай-әсәйҙәргә балаларын йөрөтә башлар өсөн табиптан коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы менән бәйләнеш булмауы тураһында справка алыу талап ителә.