– Сығарылыш кисәһе — уҡыусылар өсөн иң мөһим ваҡиға. Уларҙы мәктәпкә йыйылып, ғәҙәти рәүештә үткәрә алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Беҙҙә сығарылыш кисәләре 25 июлдән һуң, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тамамланғас, булырға тейеш, — тип белдерҙе Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.