Иң тәүге этапта медицина лицензияһы булған шифаханалар асыла. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт курорт, пляж, круиздарҙы асыу ҡағиҙәләре буйынса эшләй башлаясаҡ. Туризм өлкәһен карантиндан сығарыу этаптары тураһында рекомендациялар 1 июндә билдәле буласаҡ. Коронавирус Рәсәйгә ситтән инде. Икенсе тулҡын башланыуы хәүефе лә юҡ түгел, тиҙәр. Шуға күрә һаҡланыу саралары иғтибар үҙәгендә ҡала. Сит илдәргә сыҡмау тураһындағы кәңәш көнүҙәк булып ҡала. Ә кемдәр сит илдән ҡайта, улар үҙҙәре иҫәбенә ике аҙналыҡ үҙизоляцияға китеү ҡағиҙәһен үтәйәсәк.