-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
27 Май 2020, 08:37

Янғын ҡурҡынысы ил Президентын да борсой

Рәсәйҙә янғын һәм ташҡындар менән хәлдәр бик етди икән. Был хаҡта Президент Владимир Путин кәңәшмәлә белдергәс, хатта ручкаһын өҫтәлгә ташлап уҡ ебәрҙе.

Был сарала Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм емергес бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министр Евгений Зиничев, Транспорт министры Евгений Дитрих, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин һәм бер нисә төбәктең етәкселәре ҡатнашты. Ил етәксеһе әйтеүенсә, стихиялы бәлә-ҡазанан кешеләр йәшәр урынын юғалта, ә уларҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыла.
Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, йыл башынан Рәсәйҙә 852 мең гектар майҙанда 5,6 меңдән ашыу тәбиғи янғын сығыу осрағы теркәлгән. Ҡайһы бер төбәктең райондарында уттың ауылдарға килеп етеүе, һөҙөмтәлә, 251 ҡаралты, шулар иҫәбендә 48 йорт зыян күреүе хаҡында ла мәғлүмәттәр еткерелде.




Читайте нас: