Республиканың беренсе вице-премьеры Андрей Назаров туҡланыу мәсьәләһен тикшереү барышында министрлыҡтарҙа һәм мәктәптәрҙә эшләгән ашнаҡсыларҙың урындарын алмаштырып ҡарарға тәҡдим иткән. Был идеяны 2021 йылда тормошҡа ашырырға уйлайҙар. Тәжрибәнән һуң мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты яҡшырыр, тигән ышаныс ҙур.