Клиник тикшереүҙәр барышында препараттың коронавирусҡа ҡаршы 80 процент осраҡта файҙаһы иҫбатланған. "Авифавир" дарыуханаларға һатыуға сығарылмаясаҡ. Медицина учреждениеларына контракт буйынса таратыласаҡ. COVID-19 вирусына ҡаршы препаратты дауаханаларҙа 11 июндән ҡуллана башлау планлаштырыла.