+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 18:19

Ғәли Хәмзинға арнап китап сығарылған

Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзингә оҙаҡламай 70 йәш тулған булыр ине.

Күптән түгел Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында тыуған мәшһүр йырсының балалыҡ дуҫтары, туғандары уның бөтә тормошона арналған китап баҫтырып сығарған. Уның төҙөүсеһе – Фәрит Шәйәхмәтов. Бында Ғәли Хәмзиндең тыуғандан алып һуңғы көнөнә тиклем ижади тормош юлы күрһәтелә. Ошондай китап сығарыу- яратҡан йырсыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүгә яһалған аҙымдарҙың береһе.
Әйткәндәй, мәшһүр йырсының тыуған ауылындағы мәҙәниәт йорто, үҙешмәкәр йырсыларҙың конкурсы уның исемен йөрөтә. Миннеаполис ҡалаһы халҡы (АҠШ-тағы Миннесота штаты) йырсының һәләтен танып, уны ҡалаларының почётлы гражданины итеп һайлаған. Шулай уҡ үлгәндән һуң Белорет ҡалаһы һәм районының почётлы гражданины тигән исем бирелгән.
Читайте нас: