+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 17:30

Баланы ҡотҡара, ә үҙе һыуға бата...

Ағиҙел йылғаһында батып барған баланы ҡотҡарыусының кем икәне асыҡланды.

18 йәшлек Хажиморат Каландаров Тажикстандан Өфөгә уҡырға килгән. 7 июндә ул дуҫтары менән Ағиҙел йылғаһы буйындағы "Ҡояшлы" пляжында ял иткән. Яндарында балалар ҙа һыу инеп йөрөгән. Ҡапыл бер малай бата башлаған. Ҡыйыу егет Хажиморат һыуға ташланған. Ул баланы ярға этеп сығарырға өлгөрә, әммә үҙенең хәле бөтөп, һыу төбөнә китә...
Бер нисә сәғәттән водолаздар уның үле кәүҙәһен тапҡан. Уҡырға килгән егетте махсус борт менән Тажикстанға оҙаталар.
Читайте нас: