Ул 12 июндә 12.30 сәғәттә башлана. Республика Хөкүмәтенән һәм легендар Турецкий хорынан да махсус бүләк әҙерләнгән. Байрам концерты программаһына бер нисә быуын яратып өлгөргән йырҙар индерелгән.
– Беҙҙең ҡәҙерле һәм яратҡан ҡояшлы Башҡортостан Республикаһы! Беҙ бик һағынабыҙ. Әлегә килергә мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға виртуаль осрашыу ойошторорға булдыҡ. Рәсәй йырҙары – ул беҙҙең күп милләтле илдең күңеле. Был матур байрамда һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙға бик шатмын, – ти Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Турецкий.
Концерттың махсус ҡунағы – ҡатын-ҡыҙҙарҙың «SOPRANO» арт-төркөмө. Уның солисткаһы башҡорт телендә композия башҡарасаҡ.