Әйтергә кәрәк, тарихи парк шәхсән кешеләр, шулай уҡ төркөмдәр өсөн дә эшләй. Урындар һаны сикле булыу сәбәпле,
286-60-66 телефоны аша яҙылырға кәрәк. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ, килеүселәр битлек һәм бирсәткәләрҙә генә индерелә.
Был көндө баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс танып белеү экскурсиялары көтә.
11:00 – «Тәүге Рюриковичтар».
12:00 – «Бөтә донъя һуғышы».
13:00 – «Сыуалышлы ваҡыт».
14:00 – «Леонид Брежнев ваҡытында СССР-ҙың тышҡы сәйәсәте».
15:00 – «Иван Грозный».
16:00 – «Бөйөк Ватан һуғышы».
17:00 – «Һарай боролоштары».
18:00 – «Кариб көрсөгө».
Тарихи парк хеҙмәткәрҙәре онлайн-программа ла әҙерләгән. Уларҙы «Бәйләнештә», «Инстаграм» селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә ҡарарға була. Унда видеояҙмалар һәм викториналарҙан тыш, видеоэкскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ.