– Эпидемиологик хәлгә ҡарап, бәлки, республикабыҙҙың сығарылыусылары өсөн сығарылыш кисәләрен ғәҙәти рәүештә үткәреү ниәте лә бар. Сығарылыш синыф уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләренән бик күп үтенестәр алабыҙ. Бөтәһе лә уҡытыусыларын шәхсән күрергә, синыфташтары менән осрашырға теләй. Әлегә сығарылыш кисәләрен ғәҙәти итеп уҙғарыу хәл ителмәгән. Июль аҙағын тәҡдим генә итәбеҙ, – тип белдерҙе онлайн-брифингта республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.