Баҡһаң, помидорҙың үтте ҡыуыу үҙенсәлеге бар, шуның өсөн бөйөрҙәренә һәм үт ҡыуығына таш ултырып барғандарға ашауҙан баш тартып тороу яҡшыраҡ. Уны туҡланыу рационында йыш ҡулланыу таштың ҙурайыуына килтереүе лә бар. Унан башҡа, гастрит, панкреатит, үҙәк көйөү, быуынға тоҙ ултырыу ауырыуы менән интегеүселәргә лә помидор менән һыйланырға кәңәш ителмәй. Температура күтәрелгәндә, экзема, псориаз, ҡысыныу, быуын һәм тире сирҙәре булғанда ла ашау тыйыла.
Ә бына алда әйтеп үтелгән ауырыуҙары булмағандарға, киреһенсә, файҙалы ғына. Унда С витамины һәм иммунитет өсөн файҙалы магний, фосфор, калий, цинк һәм кальций минералдары бар. Диетолог аңлатыуынса, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, веналарҙың киңәйеүен, геморрой, аҙ ҡанлылыҡ, артериаль баҫымдың түбәнәйеүен булдырмау өсөн ашарға ҡушыла.