"Беҙҙең илдә уҡыусылар араһында яҙлы-көҙлө һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар күбәйә. Ҡайһы саҡ ярты синыф дәрестә булмай. Бына шул мәлдәрҙә өйҙә ултырыусы балалар ҙа мәктәптәге дәрестәрҙе онлайн рәүештә ҡарай, хатта ҡатнаша алырлыҡ мөмкинлек тыуҙырырға кәрәк. Әлбиттә, был системаны шундай кимәлгә еткереү өсөн ваҡыт кәрәк буласаҡ ", - тигән ул матбуғат кәңәшмәһендә.
Дистанцион уҡыу, коронавирустың икенсе тулҡыны тураһында хәбәрҙәр ара-тирә ишетелеп тора. Хатта, балаларыбыҙ 1 сентябрҙә мәктәпкә бара алһа ярар ине, тип борсолоусылар ҙа юҡ түгел. Ысынлап та, һуңғы сиректә онлайн режимда уҡыуҙан уҡыусылар ғына түгел, уларҙың уҡытыусылары һәм атай-әсәйҙәр ҙә арыны шул.