Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа «Демография» милли проекты сиктәрендә алты етештереү производствоһы һәм 97 таратыу пункты эшләй. «Һөт кухняһы» аҙыҡтарын льготалы категорияға ҡараған 3 йәшкә тиклемге 22 меңдән ашыу бала ала. Алыҫтағы 30 ауылға алып барып таратыла. «Һөт кухняһы» һигеҙ төр продукция етештерә, киләсәктә тағы ла биш төрөн эшләй башлау планлаштырыла.