Былтыр 128 кеше сирләһә, быйыл - 165. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ әле. Яҙ көнө республикала дезинфекция саралары уҙғарыла, әммә был ғына аҙ. Һәр кем үҙе лә үлемесле ауырыуҙан һаҡланыу сараларын күрергә, баҡсала, ҡырҙа эшләгәндә, тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә шәхси гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә тейеш. Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ.