Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, берҙәм мәктәп формаһы индереүҙе Башҡортостан халҡы ыңғай баһалаған. Бының менән республика Башлығы Радий Хәбиров та ризалашты.
– Атай-әсәйҙәргә баҫымһыҙ, йомшаҡ ҡына яҡынларға кәрәк. Был сифатлы һәм матур форма булыуын да аңлатыу мөһим. Идея бик һәйбәт, мин уны хуплайым, – тип билдәләне ил етәксеһе.
Бер комплект 4 мең һумға төшәсәге билдәләнде. Коллекцияны Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм республикабыҙҙың еңел сәнәғәт ассоциацияһы булдырған.