Республика Башлығының 15 июндәге указына ярашлы, 29 июндән "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге аквапарк эшләй башлай, тиелгән.
Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптары буйынса өҫтәмә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре индерелгән. Шулай уҡ аквапаркта бер үк ваҡытта булыусылар һаны ла сикләнгән. Шуға күрә алдан сайт аша билет алырға тәҡдим ителә.
Эш көндәрендә - 12-нән киске 10-ға тиклем, ял көндәрендә иртәнге 10-дән киске 10-ға тиклем эшләй.