+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 16:50

Иғтибар! Эҫе көндәр буласаҡ!

Башҡортостанда, синоптиктар хәбәр итеүенсә, 1 июлдән һәм артабанғы көндәрҙә һауа температураһының күтәрелеүе көтөлә. Йәкшәмбе, 5 июлдә, көндөң эҫелеге 28 градусҡа тиклем етәсәк. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр ҙа яуасаҡ.

Киләһе аҙнала ла ошондай һауа торошо һаҡлана. Эҫе, ҡоро һауа торошо көтөлә, һауа температураһы 27 – 31 градус була. Көндәрҙең йылынып китеүе сәбәпле, бала-саға ла күберәк йылға буйында һыу инәсәк. Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙың каникулдары матур үтһен,тиһәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ ҡәҙерле бәләкәстәрегеҙгә!
Читайте нас: