Коронавирус пандемияһы һүрелә башланы, әммә илдә иҡтисади хәл тотороҡланмаған, халыҡ ярҙамға мохтаж. Президент Владимир Путин коронавирус пандемияһы айҡанлы халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатынан 10 меңлек түләүҙе июлдә лә бирергә ҡушты. Кемдәр июнь өсөн ғариза тапшырған, уларға был аҡса автоматик рәүештә күсәсәк. Әйткәндәй, был юлы ярҙамды өс йәштән түгел, тыуғандан алып 16 йәшкә тиклемгеләр ала. Президент ҡарамағындағы бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Анна Кузнецова белдереүенсә, илдең хеҙмәт министрлығы уның, 16 - 18 йәшлектәргә лә ярҙам күрһәтергә кәрәк, тигән тәҡдимен кире ҡаҡҡан. Сәбәбе - 16 йәштән эшкә урынлашырға мөмкин...