Күп һорауҙар буйынса журналист, продюсер Рита Өмөтбаеваның был проекты быйыл да дауам ителә.Икенсе миҙгелде Йылайыр, Ейәнсура райондарында төшөрәсәктәр. Ишембай, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Учалы, Баймаҡ райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан шәп егеттәр һайлап алынған. Улар, балта оҫтаһы, умартасы, тире эшкәртеүсе, тимерсе булараҡ, ҡайын туҙынан әйберҙәр эшләп, уҡ атып ярышасаҡ.