Был турала ТАСС агентлығына уның етәксеһе Зарина Догузова хәбәр иткән. "Туризм - иҡтисадтың мөһим һәм алдынғы өлөшө. Ул - мәшғүллек тә, граждандарҙың ялы һәм һаулығын нығытыуы ла, төбәктәрҙең үҫеше, илдең тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, донъяла танылыу, инвестициялар йәлеп итеү, шулай уҡ бүтән өлкәләргә лә йоғонто яһай", - тигән ул. Был документ 2020 йылдың аҙағына ҡабул ителер, тип күҙаллайҙар.