+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2020, 11:10

Путин бюджетҡа ҡағылышлы кәңәшмә үткәрҙе

Йыл һайын йәй уртаһында алдағы йылдарға федераль бюджет мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үтә.

16 июлдә лә 2021 һәм 2022 - 2023 йылдарға федераль бюджет тураһында һөйләшеү булды. Президент быйыл коронавирус пандемияһының иҡтисадҡа йоғонтоһо, илдә эшһеҙлек артыуы тураһында ла иҫкә алып үтте. "Хәҙер иҡтисади сәйәсәттең төп мәсьәләһе - мәшғүллек кимәлен күтәреү, кешеләргә эшләргә, аҡса табырға, ғаиләһен ҡарарға мөмкинлек биреү. Хеҙмәт баҙарын тергеҙеү 2021 йылда тулыһынса үтәлергә тейеш", - тип белдерҙе ул.
Шулай уҡ алдағы өс йыл бюджеты яңыртылған Конституция талаптарына ла тап килергә тейешлеген билдәләп үтте.
Читайте нас: