Һарғая, Ҡолғана яҡтарында янғында булғанда ғибрәтле ваҡиғалар һөйләнеләр: Бөрйән урмандарының хужаһы – меҫкен айыуҙар, арттарына ут тоҡанғас, тауҙан аҫҡа ҡарай ултырып шыуа икән. Бер инә бүре, кеше эргәһендә ҡалһа, балалары уттан имен булыр, типтер инде, төнөн ут артабан таралмаһын, тип һаҡҡа ҡалған ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре эргәһенә өс балаһын алып килеп ҡалдырған да, үҙе 50 метр самаһы эргәлә төнөн илап-олоп сыҡҡан – быларынан тыш, моғайын, ут эсендә тағы балалары ҡалғандыр, сөнки инә бүре ошо тирәнән ике-өс көн китмәгән... Ҡоштар, янғындан ҡасып осоп килә лә, был яҡта ут менән көрәшеп йөрөүсе кешеләрҙән өркөп, кире ут эсенә ырғый икән... Иҫ китмәле, йөрәкте әрнетер хәлдәр – бер Аллам ғына Бөрйән ерен афәттән һаҡлай күрһен, бәрәкәтле ямғырҙарын бирһен, районыбыҙ бәләгә тарығанда ярҙамсы, изге күңелле бәндәләрен, уйламаған ерҙән ярҙамын ебәрһен. Амин!