Улар Башҡортостанға 30 градуслыҡ эҫелек август башында яңынан киләсәк һәм йәй аҙағынаса дауам итәсәк, ти. Ҡыуаныр инек, әлбиттә. Исмаһам быйыл йәйҙе күрҙек, тип әйтер инек. Тик бына эҫелек менән хәүеф йәнәшә йөрөгәнен оноторға ярамай. Күпме урман янды, күпме ҡош-ҡорт һәләк булды... Ә күпме кеше һыуға батып, ғүмерҙәре өҙөлдө? Ярай әле, Аллаһы Тәғәлә ямғырын биреп, фажиғәләрҙе туҡтатты.
Кешеләр һабаҡ алғандыр, киләсәктә тәбиғәтте һәм үҙҙәрен һаҡлауға ҙурыраҡ иғтибар бүлерҙәр, тип ышанабыҙ.