Башҡортостанда был байрамды ойошторғанда коронавирус пандемияһына бәйле бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк. Мәсеттәрҙә 100-ҙән артыҡ кеше йыйылырға ярамай. Бер кешегә 4 квадрат метр тура килергә тейеш. Дини ойошмалар етәкселәре менән был турала тейешле һөйләшеү уҙғарылған һәм Ҡорбан байрамы айҡанлы саралар үткәргәндә ҡағиҙәләр иҫәпкә алынасаҡ.