Бауыр – кеше организмының иң мөһим органдарының береһе. Ул үҙенә күрә һөҙгөс. Ҡан ағымына зарарлы матдәләр, токсиндар үтеп инмәүҙе тәьмин итә. Иң егәрле, шул уҡ ваҡытта иң «өндәшмәҫ», 500-ләп функция үтәгән ағза.
Гепатит бауыр елһенеүенә бәйле. Уның иң таралған төрҙәре – В һәм С. Шулай уҡ А, D, Е вируслылары ла бар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә 300 миллион кеше вируслы гепатит менән ауырый. Бер миллион ярым кеше был сирҙән, уға бәйле өҙлөгөүҙәрҙән вафат була.
Вируслы гепатитты йоҡтороуҙың сәбәптәре: бысраҡ ҡулдар, һыу, аҙыҡ-түлек. Ҡан аша ла эләгеүе бар: наркотиктар ҡулланғанда, стирелләнмәгән ҡоралдар менән татуировка, пирсинг яһатҡанда, маникюр, педикюр кеүек косметик процедуралар ваҡытында санитар нормалар боҙолһа.
«Түҙемлеге бөткәнгә тиклем бауыр «өндәшмәй», ҡан йылғаһынан зарарлы матдәләрҙе үҙәнә алып, ташҡа әйләнә», – тигән Гиппократ. Шуға күрә бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ. Буҙа күберәк эсегеҙ, фастфуд менән мауыҡмағыҙ, туҡланыу рационын үҙгәртегеҙ.