-6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
14 Август 2020, 10:18

Аҙ комплектлы мәктәптәр ҙә ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә башланғыс синыфтарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер булмаған мәктәптәрҙәге хәлде тикшерергә ҡушты. Был турала Кремль сайты хәбәр итә.

Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, 75 процент белем усағы башланғыс синыф уҡыусыларын ҡайнар аш менән һыйларға әҙер.
– Тик әйтергә теләйем, әҙер булмаған мәктәптәрҙең 25 процент булыуы күп. Ҡасан бөтә Рәсәй мәктәптәре лә был тулы эшкә әҙер булыуын белергә теләйем, – тине ул.
Президент аҙ комплектлы мәктәптәр ҙә уҡыусылар ҙа ҡайнар аш менән тәьмин итергә тейешлеген дә белдерҙе.
Әйткәндәй, бөгөн Рәсәйҙә 6 миллион 800 меңгә яҡын башланғыс синыф уҡыусыһы иҫәпләнә. Алдан күҙаллау буйынса, 2021 йылда был һан 7 миллион 100 меңгә етәсәк, 2022 йылда – 7 миллион 200 мең.

Читайте нас: