Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус пандемияһы арҡаһында балалар баҡсалары эштәрен туҡтатып, тик дежур төркөмдәр генә ҡалдырылғайны.
– 17 авгусҡа ҡарата балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләй. Ә 1 сентябрҙән бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, штат режимында барлыҡ балалар баҡсалары ла асыласаҡ, – тип аңлатма бирҙе ул.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 1027 балалар баҡсаһы иҫәпләнә.