– Мин яңы ғына әйтеп үткән «Башҡортостан сода компанияһы»ның контроль пакеты шәхси кешеләрҙеке. Уларҙың аҡсаһы инвестицияланмай, төбәктә ҡалмай, – тип белдерҙе ул кәңәшмә барышында.
Ил башлығы билдәләүенсә, компанияның 45 миллиард төшөмөнөң 2, 5 миллиарды ғына инвестициялауға киткән. Ул тағы прокуратураға килешеүҙең дөрөҫлөгөн дә тикшерергә ҡушты.
– Шуныһы иң ҡыҙығы – 2013 йылдың башында компанияның берләшеүе аша ғәжәйеп рәүештә дәүләт өлөшө кәмей төшкән. Дәүләттеке башта 62 процент тәшкил итһә, ҡапыл 38 процентҡа әйләнгән, – тип тә билдәләне сығышында Владимир Путин.