Тағы ла температураны үлсәү, антисептик кәрәк-яраҡтың,бактерицид лампаларҙың булыуын, социаль аралыҡты һаҡлауҙы үтәүҙе тикшереү, мәктәп эсен еүеш сепрәк менән таҙартыуҙы ойоштороу ҙа улар бурысына инә. Смена һанына ҡарап, һәр бер мәктәптә 1 йәки 2 инспектор эшләйәсәк. Талаптарҙы үтәү тураһында мәғлүмәттәр махсус чек-ҡағыҙға яҙылып барыласаҡ.
Алдан хәбәр ителеүенсә, медицина инспекторҙары булып Башҡорт дәүләт медицина университеты, медицина колледждарының юғары курс студенттары, ординаторҙары эшләйәсәк. Медицина инспекторы булып эшләү студентҡа уҡыу практикаһы булып һанала.