Бында балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн байрам сараларынан тыш, ижади түңәрәктәр ҙә эшләйәсәк. Шуға ауыл халҡы яңыртылған мәҙәниәт йортон асыуҙы көтөп алды. Тантаналы шарттарҙа уны асыуҙа республикабыҙҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов ҡатнашты.