Ошо туралағы документ Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы тарафынан хупланған. Ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Әлеге ҡыуаныслы яңылыҡ Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһының «түңәрәк өҫтәл» ултырышында хәбәр ителде. Документта айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡлау режимы раҫланған.