Сираттағы граффити халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа бағышлана. Ул геройыбыҙҙың исемен йөрөткән проспекттың 27-се йортонда урын аласаҡ.Был граффитины яҡташтары рәссам-альпинистар Фәнис Ҡурмашев менән Альберт Сәйетҡолов ижад итә. Бөгөн был күренеш баймаҡтарҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Уның тиҙерәк асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә бар район халҡы.