Әлеге «Лицей» контенты I – XI синыф уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, программалар буйынса онлайн уҡырға мөмкинлек бирә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр платформала төшөрөп ҡалдырған йәки ауыр темаларҙы ҡабатлай, өйгә эште төшөнә, тренажёр һәм тестар ярҙамында интерактив формала белемдәрен нығыта ала. Программаның видеодәрестәрен Рәсәйҙең 60-тан ашыу алдынғы мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үткәрә. Мәктәп программаһынан тыш, үҫеш өсөн файҙалы курстар ҙа бар.